Салауат Юлаев һәйкәленә реставрация Өфөнөң 450 йыллығын билдәләгәндән һуң башлана

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Монументтың нигеҙен, ҡурғанды нығытыу буйынса ла саралар күреләсәк. Федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объектында башҡарыласаҡ эштәр тураһында киләһе репортаж.

Милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле ни тиклем генә мөһабәт, ғорур күренмәһен, ваҡыт һынауына бирешкән. Тоташлай тут төҫөнә инеп бара.

Һәйкәлдең эске торошо ла яҡшынан түгел. Скульптура үтәнән-үтә тишелә башлаған, конструкцияның тимер элементтары ла тутыҡҡан.

Ҡатмарлы техник ҡоролма булып тора, ул асыҡ һауала урынлашҡан, һәр төрлө һауа шарттары, ямғыр, ҡар, елдәр уға тейә. Суйын тутыға, суйын коррозияға бирелә, шуға күрә уға реставрация талап ителә.

Искәндәр Сәйетбатталов, филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының тарих һәм дәүләт идараһы институты әйҙәүсе белгесе

Ике йыл элек федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса Күҙәтеүсе совет та булдырылғайны. Йәмәғәтселәр, белгестәр, яуаплы ойошма вәкилдәре баш ҡаланың төп майҙанында күсмә кәңәшмә уҙғарып, Салауат Юлаев һәйкәленә планлаштырылған реставрация эштәре тураһында фекер алышты. Әлегә проект документтары экспертизала.

Салауат Юлаев һәйкәленә бик ҙур проект эштәре башҡарылды. Уның торошо тураһныда мониторинг эштәре алып барылды. Уларҙың барыһы ла ҙур проект документацияһына тупланды. Һәм ул тарихи-мәҙәни экспертиза үтте, өс эксперт уға ҡул ҡуйҙы. Әлегә главгосэкпертиза тикшереүе бара.

Данир Ғәйнуллин, Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе

Һәйкәл реставрацияһы - ҡатмарлы һәм яуаплы эш. Белгестәр билдәләүенсә, һүтергә тура киләсәк. Был ғәҙәти практика. Баштағы торошона ҡайтарыр өсөн төҫөн дә ҡара-һорғолтҡа үҙгәртеү күҙаллана.

Һәйкәл 64 элементтан тора, шуға күрә ул 64 элементты бында ғына һүтеп, ул эште алып барып булмаясаҡ. Шуға күрә һәйкәлдең реставрацияһын Өфөлә ҡоролған цехта үткәрәсәктәр. Ул цехта видеокүәтеү камералары буласаҡ. Күҙәтеүсе совет ағзаларында камераларға доступ булыр.

Салауат Ҡолбахтин, Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе вазифаһын башҡарыусы
Выборы 2026

Милли батырыбҙға һәйкәл уҙғат быуаттың алтмышынсы йылдарынан алып тора. Ваҡыт үтеү менән материал үҙгәрә, шуға күрә мөһим уны тәртипкә килтереү. Республика етәксеһе ул әйтте бит - был һәйкәл беҙҙең изге урын. Бында кәрәк, әлбиттә, ҡурғанды һәм һәйкәлде тәртипкә килтереү өсөн комплеслы рәүештә төрлө эштәрҙе башҡарырға.

Айтуған Аҡманов, профессор, Башҡортостан фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы

Проект буйынса һәйкәлгә реставрация эштәре Өфөнөң 450 йыллығына арналған күләмле байрам сараларынан һуң башлана, яҡынса ике йыл дауам итәсәк. Скульптураның нигеҙен, ҡурғанды ла нығытыу планлаштырылған.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ