Республика халҡы парк, сквер һәм баҡсаларға сығып 7 мең ағас һәм 45 мең ҡыуаҡ үҫентеһе ултыртты. Экологик сарала БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ла ҡатнашты.
Экология мәсьәләһенә битараф булмаған һәр кем эш уртаһында ҡайнаны. Республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһының көҙгө миҙгеле старт алды. Өфөнөң Совет районында үткән акция тағы бер мөһим ваҡиғаға тура килде. Төҙөкләндерелгән Киров исемендәге баҡса яңынан үҙ ишектәрен асты.
Ҡаланы йәшелләндереү өмәһендә олоһо ла, кесеһе лә, уҡыусылар, ирекмәндәр, етәкселәр, министрҙар, депутаттар ҙа булды. Акцияға Киров баҡсаһы эргәһендә урынлашҡан ойошма коллективтары, «Рамаҙан» мәсете имамы ла ҡушылды.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы 2019 йылдан алып яҙлы-көҙлө үткәрелә. Һуңғы йылдарҙа күпләп тематик аллеялар барлыҡҡа килә. Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ микрорайонында 2020 йылда ултыртылған Геройҙар аллеяһыла уның сиктәрендә яңыртылды. Хеҙмәт ветераны Фәйзулла Сарин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атаһы һәм ағаларына арнап ҡарағас ултыртты.
Тематик аллея Өфөнөң Дим районында ла асылды. Эшләүе күңелле булһын өсөн һәр майҙанда үҙешмәкәр коллективтар, йәш йырсы һәм бейеүселәр сығыш яһаны.
«Йәшел Башҡортостан» - экологик сара ғына түгел, барлыҡ кешене берләштергән байрамға әүерелде. Күмәк көс менән ултыртырған үҫентеләр тирә-яҡҡа йәм бирер, тигән өмөттә ойоштороусылар.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға, таҙартыуға, күркәмләндереүгә йүнәлтелгән акция 7 октябргә тиклем дауам итә.
Әлфинә Килдейәрова






