517 саҡрымға һуҙылған Ыҡ йылғаһы Башҡортостан, Татарстан республикаларын, Ырымбур өлкәһен берләштерә. Башҡортостан Хөкүмәте, мәҙәниәт министрлығы ярҙамында ойошторолған халыҡсан саранан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Ыҡ буйында борон-борондан тырыш, моңло халыҡ ғүмер иткән. Йәрмәкәй ере биллдәле композиторҙарға, рәссамдарға, йырсыларға илһамлы ижад өсөн көс биргән бәрәкәтле ер. Мәртәбәле фестиваль ҡунаҡтарын Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов тәбрикләп, сарала ҡатнашыусыларға ижади уңыштар теләне.
Гала -концертта 20 коллектив сығыш яһаны. Район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда сағыу һәм үҙенсәлекле йыр-бейеүҙәр менән абруйлы жюри һәм тамашасы күңелен әсир иткән коллективтарға махсус дипломдар һәм аҡсалата сертификаттар тапшырылды.
Дүртөйлө районынан» Ынйыҡай», Татарстандың Юшаты районынан халыҡ бейеүҙәре коллективын, «Йәрмәкәй егеттәре» гармунсылар ансамблен ҙур сәхнәнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Юлдаш Йосопов тәбрикләп, сертификаттар һәм дипломдар тапшырҙы.
Абдуллин ҡалаһынан»Сударушка»вокал төркөмө, Миәкә районының «Лилиә» халыҡ ансамбле, Ырымбурҙан «Яйыҡ» коллективы сығышы ла бүләктәр һәм сертификаттар менән баһаланды..
Тамашаға килгән олоһо-кесеһе башҡорт, татар, рус, сыуаш телдәрендә яңғыраған, быуындан-быуынға тапшырылып килгән халыҡ йырҙарына ҡушылып моңланды, һәр сығышты көслө алҡыштар менән оҙатты.
Ыҡ буйҙарын гөрләткән сағыу һәм халыҡсан байрам тамашаһын «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө йомғаҡланы. Йылдың иң сағыу һәм моңло тамашаһы «Ата-бабалар төйәге» Ыҡ буйында йәшәүселәр төбәк-ара фестиваленән ташашасы рух һәм көс алып ҡыуанды.
«Ата-бабалар төйәге» Ыҡ буйында йәшәүсе халыҡтарҙың төбәк-ара ижади фестивале 1994 йылдан ойошторолоп килә. Быйыл ул 24-се тапҡыр үткәрелде. Сирек быуат эсендә ижади бәйләнештәрҙе үҫтереүсе сара күптән инде Йәрмәкәй районының бренд сараһына әүерелгән. Был юлы ут күршеләребеҙ Татарстандың Юташы районы коллективы фестивалдең юғары баһаһы гран-при яуланы.
Гүзәл Борханова



