Өфөлә күсмә һөт фермаһы асылды

Ул «Ашан» гипермаркеты алдында 24 сентябргә тиклем эшләй. Бында ҡала халҡы һыйырҙарҙы һауыу, быҙауҙарҙы ашатыу процесын күрәсәк. Сараның маҡсаты - фермер эшмәкәрлеге менән таныштырыу. Ҡунаҡтар өсөн фотозоналар эшләй, шулай уҡ тәбиғи һөт ризыҡтарын тәмләп ҡарарға мөмкин.

4 көнгә иҫәпләнгән сараны «ЭкоНива» компанияһы уҙғара. Ойошма Рәсәйҙә һәм Европала юғары сифатлы һөт етештереү буйынса лидер иҫәпләнә. Күләмле һөт фермаларының береһе Башҡортостанда урынлашҡан. Заманса комплекс Йәрмәкәй районында эшләй. Сарала Башҡортостандың Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм «ЭкоНива» компанияһы президенты Штефан Дюрр ҡатнашты. Улар ваҡытҡа һыйыр һауып та ҡараны. Бәйгелә төбәк Хөкүмәте ағзаһы еңеү яуланы.

Алдан килешеп ҡуйҙыҡ - әгәр мин еңһәм Штефан яҡын арала Башҡортостанда сираттағы индустриаль һөт фермаһы төҙөйәсәк. Әгәр ул еңһә - башҡа төбәктә. Әлбиттә, ферма беҙҙә төҙөлһөн тип мин тырыштым. Ғөмүмән, Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса 2030 йылға тиклем 1 миллион тонна һөт етештереүсе 50 индустриаль ферманы сафҡа индереү бурысы тора.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры

Башҡортостанда һөт айырыуса тәмле. Шуға күрә был йүнәлеште артабан да үҫтерәсәкбеҙ. Бынан тыш, яңы проекттар өҫтөндә эшләргә уйлайбыҙ.

Штефан Дюрр, «Эконива» ойошмаһы президенты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ