Бының өсөн төбәк модулле ҡунаҡханалар, глэмпингтар, кемпингтар төҙөүгә 672 миллион һум күләмендә өҫтәмә федераль субсидиялар аласаҡ. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡты. 2023-2024 йылдарҙа республика туризм инфраструктураһын үҫтереүгә 1,48 миллиард һум, йәғни федераль ярҙамдың рекордлы күләмен йәлеп итә алды. Башҡортостан был йүнәлештә Рәсәйҙә алдынғыларҙың береһе булды.
Ошо финанстар ярҙамында республиканың 36 районында туризм өлкәһендә 150 инвестиция проектын тормошҡа ашырыла. Башҡортостан туристар өсөн көндән-көн ҡыҙыҡлыраҡ була бара, быйыл туристар ағымы былтырғыға ҡарағанда, өстән бер өлөшкә артҡан. Бөгөн төбәк Волга буйын федераль округында икенсе һәм ил күләмендә 12-се урынды биләй. «Ҡунаҡтарға республикабыҙҙы танытырға кәрәк. Төбәгебеҙҙең тәбиғәт үҙенсәлектәренә лайыҡлы инфраструктура төҙөлә, уны яҡшыртыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Башҡортостанға рәхим итегеҙ!», тип яҙған төбәк башлығы Радий Хәбиров.






