Өфөлә академик музыка донъяһында күләмле ваҡиға - «Камера ансамблдәре» йүнәлеше буйынса дүртенсе Бөтә Рәсәй музыка конкурсы старт алды. Сараны асыу тантанаһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Тамашасылар алдында Рәсәйҙең халыҡ артисы, танылған дирижер Александр Рудин етәкселегендә Рәсәйҙең Милли оркестры сығыш яһаны. Фортепианола Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Александр Романовский уйнаны. Билдәле булыуынса, Башҡортостан ил кимәлендәге мәртәбәле бәйгене өсөнсөгә ҡабул итә. Быйыл ике номинацияла - «фортепианолы трио» һәм «ҡыллы квартет» йүнәлештәре буйынса еңеүселәр билдәләнә.
Бәйгелә ҡәтғи һайлап алыу этабын уңышлы үткән иң яҡшы йәш музыканттар ҡатнаша. Сәхнәлә уларҙың камера ансамблендә сығыш яһау оҫталығы баһалана. Бөтә Рәсәй музыка конкурсы ил Хөкүмәте ҡарарына ярашлы яңы таланттарҙы асыу һәм ҡеүәтләү маҡсатында үтә, Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы, «Рәсәй концерт» мәҙәниәт учреждениеһы тарафынан ойошторола



