Өфө педагогы «Йөрәгемде балларға бирәм» Бөтә Рәсәй конкурсының абсолют еңеүсеһе исеменә лайыҡ булды

Ул - Татьяна Воробьева, баш ҡаланың «Эколог» экология-биология өҫтәлмә белем биреү үҙәге уҡытыусыһы.

Өҫтәлмә белем биреү учреждениелары педагогтары араһындағы «Йөрәгемде балаларға бирәм» конкурсы быйыл Санкт-Петербург ҡалаһында үткән. Һөнәри оҫталыҡ ярышының дистанцион этабында 77 төбәктән 525 уҡытыусы ҡатнашҡан.

Көсөргәнешле бәйге этаптарынан һуң 9 кеше лауреат исеменә лайыҡ булған, ә абсолют еңеүсе тип Өфөнән Татьяна Воробьева табылған. Еңеүсе Ил Хөкүмәтенән 200, Бөтә Рәсәй профсоюз ойошмаһынан 100 мең һум премия менән бүләкләнә. Татьяна Воробьева билдәләүенсә, конкурс тәжрибә уртаҡлашыу, һөнәри үҫеш йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә.

Бөтә Рәсәй конкурсында илдең төрлө төбәктәренән килгән коллегаларым менән аралашырға тура килде. Яңы методик алымдар, эш сифатын камиллаштырыу хаҡында фекер алыштыҡ. Хәҙер уларҙы үҙебеҙҙең көндәлек эшмәкәрлектә ҡулланыу мотлаҡ. Рәсәйҙең иң көслө педагогтары менән осрашыу һөнәри үҫешкә этәргес яһай тип уйлайым.

Татьяна Воробьева, «Йөрәгемде балаларға бирәм» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ