Республикала Башҡортостан шахмат лигаһы старт алды

Уҡыу йылы аҙағына тиклем дауам итәсәк сарала тиҫтәләрсә мәктәп уҡыусыһы ҡатнашыр тип көтөлә. Уның һуңында төбәктең иң көслө гроссмейстеры билдәнәсәк. Өфөнөң Дим биҫтәһендә үткән турнир барышын беҙҙең ижади төркөм күҙәтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Башҡортостан шахмат лигаһы, донъя чемпионатынан бер ҙә ҡалышмай. Ҡағиҙәләр шулай уҡ етди. Тауыш-тынһыҙ үткән уйын өҫтәлендә лә шоколад, һыу һәм шахмат партияһы барышын яҙып барыр өсөн махсус ҡағыҙ һәм ручка.

Шахмат партияһының күпме ваҡыт дауам итәсәге билдәһеҙ. Уйынсыларҙың өс сәғәткә, хатта унан да күберәк ултырыуы ихтимал. Интеллектуаль уйын менән ике йыл ярым шөғөлләнгән Алина Маракаева өсөн мәҫәлән, бөгөнгө лига еңел бирелде. 16 минут эсендә дәғүәсеһенә шах һәм мат ҡуйҙы. Әйткәндәй, 8 йәшлек ҡыҙ Башҡортостандың ике тапҡыр чемпионы.

Сара барышын быйыл беренсе тапҡыр онлайн-трансляция аша ла ҡарарға мөмкин ине. Был ата-әсәләргә генә түгел, Башҡортостан шахмат лигаһы ҡатнашыусыларына уйындың нисек алып барылыуын, ебәрелгән хаталарҙы күреп-белеү мөмкинлеге бирҙе. Ә инде республиканың көслө гроссмейстры уҡыу йылы аҙағында билдәләнәсәк. Уға тиклем турнирҙар шахмат үҫешкән республика район-ҡалаларында үтә.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ