Унда Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә Башҡортостандың рәсми делегацияһы ҡатнаша. «Иннопром»да Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеүгә, шул иҫәптән 2023 - 2024 йылдарға хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса «юл картаһына» һәм «Башҡортостан-Ҡаҙағстан-Беларусь оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проектын тормошҡа ашырыу буйынса меморандумға ҡул ҡуйыу күҙаллана.






