Акция барышында өйҙә йыйылған тимер аҡсаларҙы банкноталарға алмаштырырға мөмкин. Бының өсөн акцияла ҡатнашҡан банкҡа паспорт менән килергә кәрәк. Рәсәй банкы етерлек күләмдә тәңкә сығарһа ла, күп кенә магазиндар һәм башҡа ойошмалар уларға ҡытлыҡ кисерә. Сөнки кешеләр тимер аҡса менән һирәк иҫәпләшә, һәм ул өйҙә копилкаларҙа һаҡлана. Ә аҡса эшһеҙ ятмаҫҡа тейеш. Акция тәңкәләрҙе әйләнешкә ҡайтарырға һәм уларҙы һуғыуға сығымдарҙы кәметергә ярҙам итергә тейеш.






