Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башҡортостан хирургтары республиканың атҡаҙанған табибы исеменә лайыҡ булды. Был юғары награда уларға алғы һыҙыҡта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн бирелде. Яҡташтарыбыҙҙы хөкүмәт премьер министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов тәбрикләне. Медицина ротаһының яуҙағы батырлыҡтары тураһында Донецк халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.
Урындағы халыҡ уға йомартлығы өсөн добрый дядя тип өндәшә. Кескәйҙәрҙе ул йыш ҡына тәмлекәстәр, аҡса биреп тә ҡыуандыра. Хәйер, яугирҙың хәрби ҡушаматы ла тап «Дядя». Яҡташтарын бергә туплап, атайҙарса ҡурсалап ҡына торғанлыҡтан үҙен Башҡортостан яугирҙары ла хөрмәт итә.
Донецк халыҡ республикаһында урынлашҡан бер полкта алтмышҡа яҡын мобилизацияланған яҡташыбыҙ хеҙмәт итә. Бөгөн Башҡортостан яугирҙары ҡаланың күптән инде буш торған мәҙәниәт һарайына тантанаға йыйылды.
Полкта хәҙер ике Башҡортостандың атҡаҙанған табибы эшләйәсәк. Медицина ротаһының «Алик» һәм «Базальт» ҡушаматлы хәрби табиптары был юғары наградаға бәрелештәр яланында батырлыҡ күрһәткәне өсөн лайыҡ булды. Тап улар үҙҙәренең ғүмерен аямай йәрәхәтләнгәндәргә тәүге ярҙам күрһәтеп дауаханаларға оҙата. Экстремаль шарттарҙа һанаулы минуттар эсендә медицина мөғжизәһе күрһәтеп яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлап ҡала. Командир үҙе лә яраланыуға ҡарамаҫтан, эвакуацияланыуҙан баш тартып хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтеүен дауам итә,
Медицина ротаһы ла яугирҙар кеүек үк һәр саҡ күҙәү аҫтында. Шуға ла яҡшы хәрби әҙерлек, мөмкин тиклем йәшерен эш итеү ҙә мөһим.
Украинаның хәрби көстәре уларҙың позицияларын асыҡлау менән утҡа тота. Күптән түгел генә яҡташтарыбыҙ яралыларҙы дауалаған урында ла снарядтар шартлаған. Рота командиры үҙе лә яраланыуға ҡарамаҫтан, эвакуацияланыуҙан баш тартып хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтеүен дауам итә.
Әммә бындай осраҡтар батырҙар рухын һис тә һындырмай. Бөгөн медицина ротаһы тағы өс хеҙмәткәр менән тулыланды. Присяга ҡабул иткәндән һуң йәш табиптар өлкән коллегалары менән алғы һыҙыҡҡа баҫа.
Саперҙар, артиллеристар, элемтәселәр һәм башҡа ғәскәри көстәр. Полктағы ир - егеттәр бер механизм кеүек берҙәм эш итә. Яу яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Башҡортостандан мобилизацияланған тиҫтәнән ашыу яугир Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.
Дядя өсөн иһә бөгөн икеләтә шатлыҡлы көн. Шайморатов миҙалына ҡушып уға тыуған яғынан килтерелгән «Уаз» машинаһын тапшырҙылар. Техниканы уға Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры Нәзир Байегетов үҙе алып килде. Шуға күрә автомобилгә атаманы ла оҙаҡ эҙләргә тура килмәне.
Айнур Кәбиров






