Өфө районында быйыл етен яҡшы уңыш биргән. Ул Цюрупа исемендәге совхоз сәсеүлектәрендә күпләп үҫтерелә. Хужалыҡта ноу тил технологиялары файҙаланыла. Шуға ла ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, ярайһы уҡ яҡшы кимәлдә уңыш алына. Майлы ураҡ барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин ҡыҙыҡһынды.
Өфө районы Локотки менән Булгаков ауылдары араһындағы баҫыуҙа комбайндар етен һуғыуға төшкән. Яҫмалар күпереп тора. Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, уңыш яҡшы күренә ти, хужалыҡ етәксеһе Рим Зөбәйеров. Хужалыҡ ерҙе һөрмәйенсә, йәғни ноу тилл техологиялары буйынса эшкәртә. Химия ла бик аҙ файҙаланыла.
Аэропорт тирәләй иген культураларын сәсеу рөхсәт ителмәй. Улар ҡоштарҙы йәлеп итә. Яландарҙы эшкәртмәйенсә буш ҡалдырһаң кимереүселәр үрсеүе бар. Был хәлдән сығыуҙың иң һөҙөмтәле юлы, майлы культуралар, ти ауыл эшсәндәре.
Ураҡ тамамланған баҫыуҙа киләһе уңышҡа ла нигеҙ һалына. Яңыраҡ гәрсис үҫкән урынға ужым шипкәне сәселә. Майҙандарҙың 180 гектары тап был культура өсөн бүленгән. Хужалыҡта сәсеү әйләнешен шул рәүешле тәьмин итергә тура килә. Оҙаҡ серегән етен һабаҡтары ғына ауыл эшсәндәренә бер ни тиклем ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.
Быйыл Башҡортостанда етен 50 мең гектар майҙанды биләй. Культура йылдан-йыл күберәк сәселә. Сәбәбе ябай. Ул экспортҡа яҡшы оҙатыла. Ғинуар-август айҙарында ғына республиканан 28 мең тоннанан ашыу майлы орлоҡ һатылған. Был күрһәткес дөйөм 2022 йылдағынан күберәк. Башҡортостан етене Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм ҡайһы бер Еврропа илдәренә уңышлы һатыла.
Рафиҡ Әхмәтшин






