Өфө ғалимдары ауыл хужалығы өсөн яңы ашлама уйлап сығарған

Биология институты хеҙмәткәре бер нисә йыл дауамында «Азолен» юғары сифатлы һәм универсаль биоашлама өҫтөндә эшләгән. Асыш Рәсәй биләмәһендә рөхсәт ителгән агрохимикаттар һәм пестицидтар дәүләт каталогына индерелгән. Хәҙер уны илдең 18 төбәге аграрийҙары үҙ баҫыуҙарында ҡуллана. Биоашлама эшләү процесы менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.

Пробиркала буласаҡ ауыл хужалығы ашламаһы әҙерләнә. Ғалимдар йәшәүгә һәләтле күҙәнәктәрҙе асыҡлау өсөн шыйыҡсалағы бактерияларҙы үрсетә. Уларҙы Петри сынаяғына күсергәндән һуң 3-5 тәүлеккә термостатҡа ҡуйырға кәрәк.

Ашлама әҙерләүҙең икенсе этабы агробиология лабораторияһында башлана. Ферментёр йәки микроорганизмдарҙы туҡлыҡлы мөхиттә үҫтереүсе аппаратта тоҙ, азот һәм углерод сығанаҡтары буласаҡ ашлама шыйыҡсаһы менән иҙелә. Культивация 2 көндән алып 5 көнгә тиклем дауам итә.

Был ваҡыт эсендә бер нисә тапҡыр өлгө алып, уларҙың составын тикшерәбеҙ. Бактериялар концентрацияһы тейешле кимәлдә булған осраҡта процесс туҡтатыла. Тимәк, продукция әҙер. Сәнәғәт масштабында ла ошо уҡ процестар бара, тик күләме генә ҙур.

Ғайсар Хоҙайғолов, Рәсәй фәндәр академияһы өфө ғилми үҙәгенең биология институты өлкән ғилми хеҙмәткәре

Биотехнологиялар лабораторияһында ауыл хужалығы культураларын үҫтереү өсөн ашлама әҙерләү эше 2004 йылда уҡ башлана. Мәсетле районының һөрөлгән баҫыуынан үҫентеләрҙә барлыҡҡа килгән төрлө ауырыуҙарға ҡаршы тора алырлыҡ микроорганизм табыла. Уның нигеҙендә «Азолен» биоашламаһы уйлап сығарыла.

Биоашлама Рәсәй биләмәһендә рөхсәт ителгән агрохимикаттар һәм пестицидтар дәүләт каталогына индерелә. Уны эшләү технологияһы лицензияһын илдең 18 тәбәге һатып алған.

Лицензияны 2017 йылдан алып һата башланыҡ. Омск, Алтай референт үҙәктәре менән оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Өфөлә уйлап сығарылған ашламаның ҡулланыу география киңәйгәндән-киңәйә. Яңыраҡ ҡына Тамбов өлкәһе менән эшләй башланыҡ. Шулай уҡ Тверь өлкәһе менән килешеү төҙөлә.

Татьяна Коршунова, биология фәндәре докторы, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең биотехнологиялар лабораторияһы мөдире

«Азолен» биоашламаһына лицензия һатып алған һәр төбәк техник шарттар менән таныша, әҙер продукция сығарғанға тиклем һынауҙарҙа беҙҙең ғалимдар ҡатнаша. Биология институты бының менән генә туҡтамай. Ғалимдар ҡоролоҡ шарттарында мул уңыш алыу өсөн яңы ашлама өҫтөндә эшләй башлаған.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ