Башҡортостан уҡыусылары ҡулында «Киләсәккә билет». Өфөлә һөнәри йүнәлеш биреү буйынса фестиваль старт алды. Майҙанда балалар Республика юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары тәҡдим иткән күргәҙмәләр менән танышырға, уҡыу йорттары әҙерләгән белгестәр менән танышырға мөмкин. Һөнәрҙәр фестиваленән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Нанотехнологиялар, архитектура, дизайн, кулинария, ветеринария һәм тағы ла тиҫтәләрсә өлкә. «Торатау» конгресс холы бөгөн ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Был аңлашыла, сөнки һөнәр һайлау кеше тормошонда иң мөһим этаптарҙың береһе. Ә майҙанда һөнәрҙәр фестивале бара, йәғни республиканың һәр уҡыу йорто балаларға үҙе әҙерләгән һөнәрҙәр хаҡында дөйөм мәғлүмәт бирә. Диана Баязитова 8-се синыфта уҡый, ҡыҙ әлегә тиклем сәнғәт өлкәһе менән ҡыҙыҡһынған. Әммә фестивалдә яңы йүнәлештәр ҙә асҡан.
«Киләсәккә билет» фестиваленә төрлө синыф уҡыусылары саҡырылған. Педагогтар фекеренсә баланың буласаҡ һөнәрен урта звенола уҡ һайлап ҡуйыуы отошло, имтихандарға ентекле әҙерләнеүе өсөн ваҡыт етерлек ҡала. Ә был майҙанда йәнең теләгән һөнәр үҙенсәлектәре менән танышырға мөмкин.
Уҡыу йорттары вәкилдәре фекеренсә, заман менән бергә талаптар ҙа үҙгәрә. Ихтыяжды иҫәпкә алып яңы факультеттар, бүлектәр асыла. Һәр осорҙа ла ҙур һорау менән файҙаланған һөнәрҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, табиптар, уҡытыусылар. Тик белем биреү процесын ғына яңыса ойоштроу, заманса шарттар тыуҙырыу мөһим.
Ярты быуаттан ашыу бар һөнәрҙәр ҙә кәрәк, бар һөнәрҙәр ҙә мөһим девизы менән йәшәгән йәмәғәтселеккә бөгөн заман шарттарына яраҡлашыу шарт. Йәғни, һөнәрҙең баҙар иҡтисады шарттарында ихтыяж менән файҙаланылыуы ла мотлаҡ. Урта һөнәри белем менән дә бер тотҡарлыҡһыҙ эшкә урынлашырға, юғары хеҙмәт хаҡы алырға, вуз тамамлап та эш урыны таба алмай йөрөргә мөмкин.
Рәмзиә Кәримова






