Башҡорт циркына нигеҙ һалыныуға 55 йыл

БЮТ ижади төркөмө башҡорт милли циркында оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп, донъяның төрлө ҡитғаларында сығыш яһап уңыш ҡаҙанған Йәрмөхәмәтовтар, Солтангәрәевтар династиялары менән осрашты. Мөғжизәле һөнәр эйәләре менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.

«Башҡорт һыбайлылары», «Ай ҡыҙы»кеүек оригиналь цирк номерҙары менән сығыш яһаусы Салауат Йәрмөхөмөтов күптән хаҡлы ялда. Тыуған ере Ейәнсура районы Ағурҙа ауылына ҡайтып төпләнгән. Ҡатыны Миңзәлә Әхәт ҡыҙы менән улар циркка 32 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған. Башҡортостандың халыҡ артисы Салауат Йәрмөхәмәтов коллекцияһында ҡамсы, ҡороҡтарҙың тиҫтәләп төрө бар.

Цирк ветераны 75 йәштә лы үҙен яҡшы формала тота. Салауат Йәрмөхәмәтов еңел кәүҙәле булыуының сәбәбәен хәрәкәтләнеүгә бәйләй.

Лассо, башҡорт теленә тәржемә иткәндә ҡороҡ, ҡамсы жанрында оҫта эш итеүсе Лилиә Йәрмөхөмәтова цирк артистары ғаиләһендә донъяға килгән. Ун йәшенән тап ошо жанрҙар буйынса репетицияларҙа ҡатнаша башлай. 15 йәшенән цирк артисы булараҡ профессиональ карьераһын башлай.Әлеге ваҡытта Лилиә Салауат ҡыҙы цирк артистары династияһын лайыҡлы дауам итә.

Лилиә Йәрмөхәмәтоваға ата-әсәһе менән бергә донъяның 46 илендә булыу бәхете тейгән.Ҙур Мәскәү циркы составында Яңы Зеландия, Таиланд, Австрилия, Ҡытай, Японияла йылдан ашыу оҙайлы гастродәрҙә лә йөрөргә тура килгән.

Башҡортостандың халыҡ артисы Салауат Йәрмөхәмәтовтың ейәне Азат иһә Башҡорт иҡтисад һәм хоҡуҡ колледжы студенты. Лекцияларҙан һуң һәр ваҡыт әсәһенә ярҙамға ашыға. Сәхнәлә сығыш яһау өсөн сағыу костюмдар дизайнлай, һәр номерҙы оригиналь музыка менән оҙата.

Цирк менән мәктәп, балалар баҡсаларының бәләкәй сәхнәләрендә сығыш яһайбыҙ. Мин әсәйемдең уң ҡулы һәм ышаныслы ярҙамсыһымын. Әсәйем балаларға шатлыҡ өләшә, ҡасан да булһа ул Өфөлә яңынан прфессиональ цирк аренаһында эш башлар тип өмөтләнәм.

Азат Йәрмөхәмәтов, цирк артистары династияһын дауам итеүсе

Хәләле Миҙхәт Солтангәрәевтан бындай маҡтауҙы Римма ханым тәүгә ишетмәй. Улар 34 йыл бергә төрлө манеждарҙа эшләгән. Һыбайлы башҡорт егеттәре төркөмөндә лә сығыш яһаған. Башҡорт циркы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Римма Солтангәрәева художестволы акробатика номерҙарында сығыш яһаған. Циркта эшләү дәүерендә өс төрлө йүнәлеште үҙләштерергә тура килгән. Күптән инде хаҡлы ялла булһалар ҙа, Римма Рәүеф ҡыҙы әле лә циркта эшләгән йылдарын һағынып иҫкә ала.

Римма менән Миҙхәт Солтангәрәевтарҙы ат йәнлеләр тип әйтергә мөмкин. Коллекцияларында аттар менән бәйле сувенирҙар ҙа йөҙҙән ашыу. Улдары Илдар ҙа ата-әсәһе юлынан китеп цирк артистары динстияһын дауам иткән. Миҙхәт Сәйфулла улы 1973 йылда Өфө дәүләт циркы ҡармағындағы башҡорт цирк студияһын тамамлаған.1981- 2004-cе йылдар араһында «Башҡорт егеттәре» ат-цирк труппаһын етәкләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас та һөнәр нескәлектәре менән башҡорт егеттәре менән бүлешеп, трюктар өйретеү менән мәшғүл.

Ҡатмарлы трюктар, тамашасы һөйәүе, алҡыштар..Улар бөтәһе лә артта. Яҡшы физик әҙерлек, рухи көс талап иткән цирк донъяһына тоғро хеҙмәт итеүселәр бөтәһе лә «һөнәрем-яҙмыш бүләгем « тип ышаныс менән әйтә. Улар әле лә тамашасы алдына манежға сығырға хыяллана.

Башҡорт милли циркына нигеҙ һалыусы династиялар Европа, Азия илдәрендә тамашасы һөйөүен яулай. Улар Өфөлә йондоҙҙар аллеяһын һәм һөнәри ассоциацияһын булдырыу тураһында хыяллана. Уҡтыусы һәм остаз йылы сиктәрендә династиялар парадында цирк артистары хаҡында ла күберәк тапшырыуҙар төшөрөлөүен, мәҡәләләр донъя күреүен һәм иң мөһиме башҡалал циркының яңы һулыш алыуын теләй.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ