Рәсәй дәүләт китапханаларының моделле китапхана департаменты вәкилдәре Башҡортостан учреждениелары менән яҡындан танышты. Рәсми делегация тәүге эш сәфәрендә Ҡариҙел һәм Балаҡатай районының үҙәк яңы быуын китапханаларында булды.
Бөгөн эшлекле сәфәр Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала дауам итте. Башҡортостан китап яратыусылар һаны буйынса алдынғы позицияны биләй. Шулай уҡ уҡыусылар китапханалар эшмәкәрлеге күрһәткесе. Быға төрлө милли-мәҙәни, байрам саралары ойоштороу булышлыҡ итә тип билдәләнде осрашыуҙа.






