Ошо көндәрҙә Астанала “Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһе үтә. Унда беҙҙең республиканан рәсми делегация ҡатнаша. Беренсе көн һөҙөмтәләре буйынса өс ойошма яҡынса миллиард ярым һумға экспорт контракттарына ҡул ҡуйған, хеҙмәттәшлек буйынса ике меморандум төҙөлгән. Беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, Ҡаҙағстанда Башҡортостан Сауҙа йортон асыу ҡарала.
Башҡортостан күргәҙмәлә ҙур стенд тәҡдим итә. Ҡаҙағстан Сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Ҡанат Шарлапаев әйтеүенсә, Өфө һәм Астана араһында хеҙмәттәшлек әүҙем бара.
Ҡаҙағстан менән сауҙа быйыл 5,3 процентҡа артҡан.







