Евразия фәнни-мәғариф үҙәге йортонда дүрт көн дауамында төрлө тармаҡ эксперттары һәм белгестәре йыйылыштары уҙҙы. Стратегик сессияла социаль өлкә сәйәсәтенә бәйле яңы идеялар һәм башланғыстар буйынса фекер алышыу булды. Документ Республика Башлығы Радий Хәбировҡа Тормош сифаты буйынса совет ултырышында тәҡдим ителә.







