Элиталы ғәскәрҙә хәрби хеҙмәткә ир-егеттәр контракт килешеү буйынса ҡабул ителде. Республикала контракт нигеҙендә хәрби хеҙмәткә яҙылыу дауам итә. Хәрби сафҡа сәләмәтлеге буйынса яраҡлы 18 йәштән 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр, айырым осраҡта 65 йәштәге граждандар ҙә алына.
Контракт буйынса хеҙмәт Рәсәй ҡораллы көстәре составында ирекле хәрби эшмәкәрлек булып тора. Рәсәй оборона министрлығы граждандарҙың был категорияһына айырым шарттар тәҡдим итә. Атап әйткәндә, эш хаҡы, социаль пакет, льготалар, аҡсалата компенсация һәм дәртләндереү саралары инә. Айлыҡ түләүҙәр 204 мең һумдан башлана. Кәмендә бер йылға контракт төҙөгәндә, 195 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләү ҙә ҡаралған. Контракт төҙөргә теләүселәр 117 һандары буйынса берҙәм телефон һандарына шылтырата ала.






