Быйыл техник культура республиканың 19 районда үҫтерелгән. Республика буйынса уңыш ҡеүәте гектарынан уртаса 300 центнер. Татлы тамырҙы Раевка һәм Шишимә шәкәр заводттары эшкәртә. Быйыл йәшелсәлә шәкәр кимәле юғарымы? Һорауға яуапты БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова эҙләне.
Инженер-химик йәшелсәлә шәкәр кимәлен билдәләү өсөн, лабораторияла тикшереү үткәрелә. Йыуылған татлы тамыр дүрт өлөшкә бүленеп, турала. Дәүләт стандарттарына ярашлы, йәшелсәлә шәкәр кимәле 15 проценттан да түбән булырға тейеш түгел. Әгәр ҙә күрһәткес әҙерәк икән, тимәк, йәшелсә әле өлгөрмәгән. Хужалыҡтарҙың береһе килтергән өлгө билдәләнгән күрһәткестәргә тура килә.
Башҡорт һынау лабораторияһы шәкәр сөгөлдөрөнә ҡағылышлы йөҙҙән ашыу тикшереү үткәргән. Уның һөҙөмтәләренә таянып, хужалыҡтар татлы тамырҙы эшкәртеү заводына оҙата. Башҡортостанда үҫтерелгән йәшелсә Рәсәй буйынса иң татлыларҙан һанала.
Татлы тамырҙа шәкәр кимәленең юғарылығы күп факторҙарға бәйле. Йәшелсәнеҫң сортынан тыш ул һауа торошо, тупраҡ сифаты, хужалыҡтың баҫыуҙарға ашламалар индереүе. Аграрийҙар билдәләүенсә, бигерәк тә шәкәр сөгөлдөрөнөң япраҡтарына иғтибар итергә кәрәк, әгәр уны ҡоротҡостар ашаһа, шәкәр кимәле лә түбәнерәк буласаҡ.
Шишмә шәкәр заводына һыу буйы сират, яҡын-тирәләге райондарҙың ауыл хужалғы предприятиелары татлы тамырҙы бушатыу өсөн сиратҡа баҫа. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл предприятиелар мул уңыш алыуға ирешкән.
Аграрийҙар урып йыйыу кампанияһын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлау өсөн бөтә көсөн һала. Ямғырҙарға тиклем эште тамамлау маҡсаты ҡуйылған. Уңыш республика халҡын тәьмин итеү генә түгел, икенсе төбәктәргә сығарыу өсөн дә етәрлек кимәлдә йыйылған.
Лилиә Мәҡсүтова






