Эшсе йәштәр КВН-ы 2016 йылдан Республика профсоюздары Федерацияһы тәҡдиме менән Башҡортостанда беренсе тапҡыр үткәрелә. Быйыл фестиваль үҙ тарихында тәүге тапҡыр Рәсәй кимәлендә ойошторолдо. Унда ил төбәктәренән төрлө тармаҡта эшләгән тиҫтәләгән команда ҡатнашты. Командалар араһында Ырымбур, Силәбе, Һамар, Новосибирск, Волгоград өлкәләре, Татарстан вәкилдәре лә бар.






