Йәмәғәтселек көсөн бергә туплауға өлгәштек

Был турала бөгөн Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы вәкилдәре белдерҙе. Бөгөн уның ойошторолоуына теүәл бер йыл . Ошо уңайҙан «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының йәмәғәт башланғыстарын хуплау штабында эшмәкәрлек йомғаҡтары барланды. Әүҙемлек күрһәтеүсе ирекмәндәр бүләкләнде. Бер йыл эсендә штаб махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеүсе төп йәмәғәт көсөнә әйләнде. Ирекмәндәр алғы һыҙыҡҡа гуманитар ылау туплай, йөктө урынына илтеп тапшыра, яугирҙар һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтә.

Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы төрлө йәмәғәт ойошмалары, эшҡыуарҙар һәм ирекмәндәрҙең эшен коррдинациялай. Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы «Барыһы ла фронт, барыһы ла еңеү өсөн» тигән девиз аҫтында берләшеп, алғы һыҙыҡтағы яугир-яҡташтарыбыҙға, ут йотоп йәшәгән Донбасс халҡына етди ярҙам күрһәтелә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ