Быйыл Башҡортостанда «Профессионалитет» федераль проекты ярҙамында яңы кластерҙар барлыҡҡа килде

Иҡтисад өсөн кәрәкле белгестәр. Быйыл Башҡортостанда «Профессионалитет» федераль проекты ярҙамында химия, тау - байыҡтырыу тармаҡтары, машиналар эшләү, клиник һәм профилактик медицина, педагогика буйынса тағы ла 7 яңы кластер барлыҡҡа килде. Улар 1 курста уҡыусы 5 мең студенты үҙ эсенә ала.

Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, кластерҙарҙа эре сәнәғәт предприятиелары менән берлектә тармаҡтар буйынса буласаҡ белгестәр әҙерләнә, талап ителгән һөнәрҙәр алдан хәстәрләнә. «Ете кластерға федераль бюджеттан 542 миллион һум алдыҡ, йәнә 253 миллион һум республика бюджетынан, 100 миллион һумға яҡынын эш биреүселәр бүлде. Әлеге проектта 2022 йылдан ҡатнашабыҙ һәм ошо ваҡыт эсендә 1 миллиард 152 миллион һум федераль финанстар йәлеп иттек. Был 2024 йылға республиканың төрлө райондарында 14 кластер булдырырға һәм колледждарыбыҙҙың матди-техник базаһын яңыртырға мөмкинлек бирәсәк», тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ