Республика көнөнә ҙур бүләк. Өфөләге Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы реконструкцияһы тамамланыу алдында. Биләмәләге төҙөкләндереү эштәре «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә бара. Шуныһы мөһим - былтыр ун йәмәғәт биләмәһе араһында тап тарихи үҙәктәге баҡсаны яңыртыу өсөн өфөләр үҙҙәре үк күпселек тауыш биргәйне. Йәмәғәт биләмәһендәге үҙгәрештәр менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра
Яңы күпер урамынан Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркына яңы ҡапҡа ҡуйыла. Төҙөүселәр ҡоролманы бер тәүлек эсендә күтәргән. Реконструкция барышында биләмәгә инеү урындарының хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреүенә айырыуса иғтибар. Пушкин урамы яғынан 1956 йылғы колонналар менән арка ла тергеҙелгән. Һуңғыһы тиҙҙән урынына ҡайтарыла. Төҙөүселәр билдәләүенсә, ҡойма менән уратылған баҡса көндән-көн «ал сәскә»ләй күркәмләнә.
Парктың визит карточкаһына әйләнгән «Ал сәскә» композицияһын Аксаковтың ғаиләһен сағылдырған яңы скульптура алыштыра. Шулай уҡ биләмәлә 8 һынлы сәнғәт өлгөһөн - яҙыусының әҫәрҙәренән алынған персонаждарҙы, ысын мөхәббәт символы - «ал сәскә»не лә ҡуйыу ҡаралған. Һәр ҡайһыһына куаркод беркетелә, мобиль телефон ярҙамында әкиәт геройҙары, образдар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алып буласаҡ.
Беҙҙең тормоштағы поэзия киләсәк быуындар өсөн фәһемле. Парк үҙәгендә яҙыусының ҡанатлы һүҙҙәре яҙылған. Шулай уҡ бында гранит ташта Аксаковтарҙың шәжәрәһе лә эшләнә. Ғаиләнең тормош девизы бөгөн дә көнүҙәк. Дәрәжәне һаҡлап, намыҫ менән йәшәргә, Ватанға, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итергә.
Парктың дөйөм майҙаны - 3 гектарҙан ашыу. Реконструкция барышында ул тарихи ҡиммәтен һәм тышҡы йөҙөн юғалтмай, заман талаптарына ярашлы үҙгәртелә. Яңы балалар уйын, баскетбол майҙансыҡтары, скейт-парк төҙөлгән, йәшел сиҙәм түшәлгән, тротуарҙар яңыртылған, ял зоналары булдырылған. Яҡтыртыу , фонарь уттары - хайран ҡалырлыҡ буласаҡ тип ышандыра төҙөүселәр.
Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторолған реконструкция эштәре республика етәкселегенең етди күҙәтеүендә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостанда төҙөкләндерелгән башҡа йәмәғәт биләмәренән айырмалы Өфөнөң тарихи үҙәгендә яңыртылған парк күпкә уңайлыраҡ буласаҡ.
Халыҡтың берҙәм тауыш биреү һөҙөмтәһе. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркындағы күләмле реконструкция эштәре «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты сиктәрендә башҡарыла. Әлегә эш 90 процентҡа теүәлләнгән.
Гөлназ Хәйбуллина






