Баймаҡ районының Темәс ауыл биләмәһендә урындағы дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейд ойошторҙо.
Трактор- шәхси хужалыҡта алыштырғыһыҙ транспорт сараһы. Уның төҙөк , кеше ғүмеренә,тирә яҡ мөхиткә зарар килтермәүе бик мөһим. Әле ауыл халҡы өсөн ҡыҙыу осор,шәхси йорттарға утын‐ бесән ҡайтарған мәл, шуға күрә хәүефһеҙлек тураһында оноторға ярамай.
«Тағылма» махсус операцияһы райондың һәр ауылында үтә. Уның барышында тейешле документтар, техниканың төҙөклөгө тикшерелә, тап ошо осорҙа тағылмаларҙың теркәлеү-теркәлмәүе асыҡлана. Сөнки күп кенә хужалар үҙ техникаларын иҫәпкә ҡуйырға ашыҡмай.
Баймаҡ районында барлығы 2500 берәмек үҙйөрөшлө машина һәм 300 ашыу тағылма теркәлгән. Шул иҫәптән, шәхси секторға 1500 трактор һәм 260 тағылма тура килә. Иҫкәртеү сараһы сентябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Р.Рәхимова






