Яугирҙәрҙең ялы тамамланды. Ҡыҫҡа ялдан һуң ир-егеттәр алғы һыҙыҡҡа юлланды. Бөгөн уларҙы “Өфө- Арена” алдындағы майҙандан яҡындары һәм туғандары оҙатты.
“Рахма” һәм “Хоттабыч” ҡушаматлы яугирҙәр ҡыҫҡа ялда законлы никахтарын теркәгән. Яуаплылыҡ икеләтә арты, ти улар.
Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына махсус автобустарҙа алып баралар.







