Илдә бер миллиондан ашыу кешелә грипп һәм ОРВИ асыҡланған

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, сирҙең артабан да артыуы күҙаллана. Көндәр һалҡынайта, кешеләр ялдан һуң эшкә сыҡты, ти белгестәр. Коронавирус йоҡторғандар ҙа күбәйә. Рәсәйҙә бер тәүлектә 14 мең самаһы кешелә “ковид-19” вирусы раҫланған. Башҡортостан мәктәптәрендә грипп һәм ОРВИ таралыуға бәйле 18 класс карантинға киткән. Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә тулыһынса ябылған мәктәптәр юҡ. Кластағы уҡыусыларҙың 20 проценты инфекция йоҡторған осраҡта, белем биреү  туҡтатыла.   

Фото №1 - Илдә бер миллиондан ашыу кешелә грипп һәм ОРВИ асыҡланған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ