Эштәрҙең икенсе этабы өсөн ярты миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Төҙөкләндереү 2025 йыл аҙағына тамамланырға тейеш. Аҡсаның ҙур өлөшө Башҡортостан ҡаҙнаһынан ҡаралған. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был үҙенә күрә Өфө Арбаты була. -Йәйәүлеләр биләмәһендә йорттар ҙа тәртипкә килтерелә, матурлана. Төҙөүселәр менән бергә ғалимдар һәм археологтар эшләй, - тине ул. Октябрь революцияһы урамында 74 мәҙәни мираҫ объекты бар.







