Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндереү эштәрен 2025 йылдан алдараҡ тамамлауҙары ихтимал

Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Эш графиктан алда бара һәм объект иртәрәк файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип билдәләне республика етәксеһе. Әлеге мәлдә күперҙең терәүҙәре нығытыла, төҙөүселәр конструкцияла даими хәрәкәт һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ярыҡтарға махсус төҙөлөш ҡатнашмаһын тултыра. Эш Ағиҙелдең ике ярында ғына түгел, һыу буйында ла алып барыла. Баржалар һәм йөҙөү саралары ярҙамында һул ярҙа ваҡытлыса күпер һалына.

Әле обьектта 300 ашыу кеше ике сменала эшләй, төҙөүселәр билдәләүенсә, эш графиктан алда бара.

Обьект бөгөн 41 процентҡа әҙер, контракттың хаҡы 4 миллиард 23 миллион һум. Төҙөкләндереү эштәре һул яҡ ярҙан башланды, күперҙең беренсе терәүенән етенсеһенә тиклем металл конструкциялар йыйылған. Йыл аҙағында арка тулыһынса һүтелеп, яңыһы күтәреләсәк.

Евгений Кулешов, Өфөнөң төҙөлөш, юлдарҙы төҙөкләндереү һәм яһалма ҡоролмалар буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ