Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операция биләмәһендәге хәрбиҙәргә маскировка селтәре үреү менән шөғөлләнә. Был яуаплы һәм кәрәкле эшкә быйыл 13 мартта тотонғандар. Тарҡаҙынан ғына маскировка селтәрен үреүгә 29 ҡатын-ҡыҙ йәлеп ителгән. Районда үткәрелгән күләмле сараларҙа ҡул эштәрен, сувенирҙарҙы һатҡан аҡсаның яртыһы, маскировка селтәрҙәре эшләү өсөн махсус материал һатып алыуға йүнәлтелә. Әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар еңеүҙе тиҙләтеү өсөн хәрбиҙәргә ихлас күңелдән ярҙам итә.






