«Виват, баян» халыҡ-ара йәш баянсылар конкурсында Башҡортостан уҡыусылары еңеү яуланы

Һамар ҡалаһында үткән «Виват, баян» халыҡ-ара йәш баянсылар конкурсында Башҡортостан уҡыусылары еңеү яуланы. Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбе уҡыусыһы Вилдан Хөрмәтуллин үҙ категорияһында икенсе урынды яулай. 9 йәшлек малай баян класында дүртенсе йыл шөғөлләнә. Бәйгелә ул техник яҡтан башҡарыуға еңел булмаған Семеновтың «Серенеда»һын һәм Понамаревтың «Вальс»ын башҡарған.

«Виват, баян» халыҡ-ара конкурсы быйыл 21 тапҡыр үткәрелә. Ул йәш музыканттарҙың һөнәри оҫталығын камиллаштырыу, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, ватан музыка мәҙәниәтен үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбе уҡыусыһы Булат Мишәров үҙ категорияһында тәүге тапҡыр беренселекте яуланы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ