Рәсәй эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса ил буйынса ай һайын меңдән ашыу бала аварияға эләгә. Йыл башынан юл-транспорт ваҡиғаһы 480 бала өсөн үлемесле тамамланған. Ил буйынса был күңелһеҙ статистиканы кәметеү сараһы бер - ауыл-ҡасабаларҙа, ҙур мегаполистарҙа йәшәгән балалар юл ҡағиҙәләрен ятҡа белергә, күп тапҡыр ҡабатларға, практик күнекмәләр менән нығытырға тейеш. Ошо маҡсатта республика мәктәптәрендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәрестәре аҙна һайын үткәрелә. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ғафури районы Аҡҡүл ауылы урта мәктәбенең бишенсе класс уҡыусылары өсөн юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү буйынса асыҡ дәрес аҙна һайын үткәрелә. Сираттағы практик дәрес тимер юлында йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлегенә арналды. Малай-ҡыҙҙарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға Стәрелетамаҡ дистанцияһы инфраструктураһы баш инженеры Михаил Крайнов төплө яуап бирҙе.
1700-ҙән ашыу халыҡ йәшәгән ауылға тимер юлы бик яҡын урынлашҡан. Аҡкүл урта мәктәбендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары, тимер юл эшселәре, ауыл хакимиәте вәкилдәре ҡатнашлығындағы сарала тимер юлы аша йәйәү һәм транспортта үтеү ҡағиҙәләре нығытылды, уҡыусыларға иҫкәрмәләр яҙылған буклеттар таратылды.
Йәрмәкәй ауылы урта мәктәбендә аҙна һайын юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү һәм нығытыу буйынса дәрестәр үткәрелә. Практик күнекмәләр светофор, юл билдәләре, һыҙаттары булған интерактив майҙанда ойошторола.
Йәрмәкәй районы уҡыусылары юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ике йылдан ашыу интерактив майҙансыҡта өйрәнә. Инспекторҙар балаларға юл-транспорт ваҡиғаһына тәүлектең ҡараңғы осоронда эләгеү ихтималлығы көслө икәнлеген аңлата. Яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар ҡулланыу, ҡағиҙәләрҙе ятҡа белеү, күп тапҡыр ҡабатланған практик күнекмәләр сәләмәт булырға, ғүмерҙәрен һаҡларға ярҙам итәсәген мәктәп уҡыусылары яҡшы аңлай. Шуға күрә лә улар асыҡ һауала, ошо майҙансыҡта үткән дәрестәрҙе ҡалдырмай йөрөргә тырыша.
Малай-ҡыҙҙар ҡасан да булһа үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫасаҡ. Мәктәпкә, секцияларға, дуҫтарына барасаҡ юл уларға хәүефле тамамланмаһын өсөн юл хәрәкәте дәүләт инспекторҙары, мәктәп етәкселеге һәм ата-әсәләр көсө менән профилактик саралар даими ойошторола.
Гүзәл Борханова






