Ҡотҡарыусылар һөнәри оҫталығын һынай. Өфөлә Башҡортостан эҙләү-ҡотҡарыу отрядтарының күп алыш буйынса 19-сы Республика чемпионаты башланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр системаһында хеҙмәт итеүселәр ярышы йыл һайын ойошторола. Конкурс бер яҡтан оҫталарҙы асыҡларға булышлыҡ итһә, икенсенән, яңы эш алымдары, технологиялар менән танышыу мөмкинлеге лә булып тора.
Ә был өлкә хеҙмәткәрҙәренең ҡарарҙарҙы тиҙ ҡабул итеүенә, һөнәри кимәленә халыҡтың сәләмәтлеге, ғүмере бәйле. Чемпионатты асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов билдәләүенсә, республика ҡотҡарыусылары һәр ваҡыт юғары һөнәри оҫталыҡ өлгөһө булып тора. Мәҫәлән, быйыл февралдә яҡташтарыбыҙ Төркиәләге ер тетрәүҙән һуң кешеләрҙе емереклектәр аҫтынан сығарыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән.
Ярыш ошо кимәлде камиллаштырыу йәһәтенән бер аҙым ғына. Чемпионат аҙна дауамында бара. Тәүге этап Өфөлә үтә. Ҡотҡарыусылар емерелгән биналарҙа, юл-транспорт фажиғәләрендә, заралы һауа шарттарында эшләй. Ярыштың икенсе этабы Белорет районында ойошторола. Конкурста ҡатнашыусылар урман-тауҙарҙа юғалған кешеләрҙе эҙләй, һыуға батыусыларҙы ҡотҡарасаҡ.






