Илле биш йәштән ололар өсөн ойошторолған сарала 70- 80 йәшлектәр ҙә әүҙемлек күрһәтте. Райондың һәр ауыл биләмәһенән тиерлек оло быуын командалары йыйылды. Ҡатанашыусылар дарст, ҡул көрәше, йүгереү һәм башҡа спорт уйындарында көс һынашты. Арҡан тартышыуҙа ир-аттар менән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа көслө алыш күрһәтә алды. Спорт уйындары республика башлығы гранты ярҙамында уҙғарылды.



