Радий Хәбиров IV Бөтә Рәсәй музыкаль конкурсы лауреаттарын ҡотланы

Сулпан Лысенкова, Яҙгөл Ишбаева һәм Екатерина Пименова составындағы трио Өфөлә уҙған Бөтә Рәсәй музыкаль конкурсы лауреаттары булды. Яҡташтарыбыҙҙың оло ҡаҙанышы менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров ҡотланы.

Илдәге төп академик музыка башҡарыусылар бәйгеһе тарихында Башҡортостан вәкиле бер тапҡыр ғына еңеүселәр иҫәбендә инде. 2014 йылда виолончелист Рөстәм Хәмиҙуллин был абруйлы конкурстың беренсе премияһына лайыҡ булды. Һәм бына хәҙер, 2023 йылда, республикабыҙға йәнә ҡул саптылар.

Сулпан менән Яҙгөл милли симфоник оркестр солистары, ә Екатерина Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый. Мин трионың педагогы һәм остазы, институт профессоры Лев Франкка рәхмәт белдерәм тип яҙған Башҡорттан башлығы. Радий Хәбиров шулай уҡ үҙен бер ниндәй музыка ҡоралында ла уйнамауын, әммә классик музыканы ҡәҙерләп хөрмәт итеүен билдәләгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ