Баш ҡаланың Онежская урамында төҙөлә башлаған яңы балалар баҡсаһы 50 процентҡа әҙер

Генераль подрядсы бинаның өс ҡатында ла кирбес һалыуҙы тамамлап, фасад ҡороу, эске биҙәү эштәрен башланы. 240 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы декабрҙә әҙер булыр тип көтөлә. Төҙөлөш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова танышты.

Оҫталарҙың етеҙ ҡулдары артынан күҙ эйәрмәй. Төҙөүселәр яңы бинаның эсен биҙәү эштәре менән мәшғүл. Тәжрибәле штукатур Резеда Баҙамшина үҙ ғүмерендә бик күп социаль объекттарҙы төҙөүҙә ҡатшанҡан. Оҫта балалар өсөн бар күңелен һалып эшләргә тырыша.

Балалар баҡсаһына нигеҙ быйыл февралдә һалынған, ул 240 урынға иҫәпләнгән. Өс ҡатлы бина тулыһынса күтәрелгән, тәҙрәләр ҡуйылған, әле урында электр менән тәьмин итеү селтәрҙәре үткәреү, сантехник эштәр алып барыла.

Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 2019 йылдан алып 48 яңы балалар баҡсаһы сафҡа ингән. Һөҙөмтәлә барлығы 7 мең ярым самаһы сабыйға балалар баҡсаһына йөрөү мөмкинлеге тыуҙырылған. Башҡортостан Рәсәй президенты программаһын ваҡытынан алда үтәне. Бөгөн бөтә мәктәпкәсә йәштәге балаларға ла сират буйынса балалар баҡсаһына урын бирелә.

Өфөләге балалар баҡсаһы «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Урамда эшселәр бинаның фасадын биҙәй, ҡыйығын яба, ямғыр канализацияһы һәм йылытыу торбаларын үткәрә. Балалар баҡсаһы быйыл декабрҙә төҙөлөп бөтөр тип күҙаллана.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ