Башҡортостанда илдең иң яҡшы педагогик династияһы асыҡлана

Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған конкурсҡа 78 төбәктән 600-ҙән ашыу ғариза килгән. Финалға 21 династия һайлап алынған. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов әйтеүенсә, Дағстандан уҡытыусылар династияһының 1300 йыл педагогик стажы бар.

Башҡортостанда илдең иң яҡшы педагогик династияһы асыҡлана

Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылынан Раушания һәм Рафаил Шәйгәрәйевтар ғүмерҙәрен балалар уҡытыуға бағышлаған. Яҡын туғандары менән бергә дөйөм хеҙмәт стажы 279 йыл.

Башҡортостанда илдең иң яҡшы педагогик династияһы асыҡлана

Бөтә Рәсәй иң яҡшы педагогик династия конкурсы 8 октябрҙә башлана. Ярышта өс номинация буйынса лауреаттар билдәләнә, шулай уҡ абсолют еңеүсе асыҡлана.

Фото №1 - Башҡортостанда илдең иң яҡшы педагогик династияһы асыҡлана
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ