Ҡотҡарыусылар һөнәри оҫталығын һынай

Өфөлә эҙләү-ҡотҡарыу отрядтарының Республика чемпионаты башланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр системаһында хеҙмәт итеүселәр ярышы йыл һайын ойошторола. Конкурс оҫталарҙы асыҡларға булышлыҡ итә, яңы эш алымдары, технологиялар менән танышыу мөмкинлеге лә булып тора, ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

Ҡотҡарыусылар һөнәри оҫталығын һынай

Чемпионат аҙна буйы бара. Тәүге этап Өфөлә үтте. Ҡотҡарыусылар емерелгән биналарҙа, юл-транспорт фажиғәләрендә, зарарлы һауа шарттарында эшләне. Ярыштың икенсе этабы Белорет районында ойошторола. Конкурста ҡатнашыусылар урман-тауҙарҙа юғалған кешеләрҙе эҙләй, һыуға батыусыларҙы ҡотҡарасаҡ.

Фото №1 - Ҡотҡарыусылар һөнәри оҫталығын һынай
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ