Стәрлетамаҡ күп профилле колледжында федераль проект буйынса «Профессионалитет» йүнәлеше эшләй башланы. Педагогика тармағы буйынса белгестәр әҙерләү, уҡытыу өсөн матди- техник база яңыртылған. Уҡытыу заманса шарттарҙа ойошторолған.
Студенттар бер бүлмәлә сәләмәтлеге буйынса физик мөмкинлеге сикле балаларҙы уҡытыу тәрбиәләү серҙәренә өйрәнһә, икенсе кабинетта милли тема буйынса программа алып барыла. Федераль программа буйынса юғары квалификациялы, үҙ һөнәрен яҡшы белгән һөнәрмәндәр әҙерләү маҡсаты тормошҡа ашырыла.



