Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала күренекле хәрби етәксе Мәхмүт Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл уҙҙы.
«Армия генералы Мәхмүт Гәрәев: Ватанды һаҡлаусы, патриот, ғалим» тип аталған сарала шәхестең яу юлы, илебеҙ өсөн әһәмиәтле ижады тураһында һөйләнелде. Түңәрәк өҫтәл эшендә ғалимдар һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, студенттар ҡатнашты.
Мәхмүт Әхмәт улы Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Хәрби һәм тарих фәндәре докторы хәрби сәнғәт теорияһы, хәрби уҡытыу һәм тәрбиә методикаһы буйынса 200-ҙән ашыу китап һәм фәнни хеҙмәт авторы. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы тарихы мәсьәләләрен өйрәнеү менән шөғөлләнгән, ғилми дискуссияларҙа әүҙем ҡатнашҡан, һуғыш тарихын фальсификациялауға ҡаршы сығыш яһаған.






