Ғәмәлдәре изгелек һәм мәрхәмәтлек ҡылыу. Башҡортостандың «Мәрхәмәт» хәйриә фондына нигеҙ һалыныуға 13 йыл. Ошо йылдар эсендә фонд ағзалары мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән, етемдәрҙе тәрбиәгә алған 50 меңдән ашыу ғаиләгә ярҙам ҡулы һуҙған.
«Мәрхәмәт» хәйриә фонды Рәсәйҙең алты төбәге менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Улар иҫәбендә Татарстан һәм Удмурт Республикалары, Ростов өлкәһе, Мәскәү һәм Санкт-Пертербург ҡалалары. «Мәрхәмәт» хәйриә фонды үҙенсәлекле балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр менән берлектә 13 йыл эсендә башҡарған изге эштәргә «Не-детки» балаларҙы үҫтереү клубында йомғаҡ яһалды, малай -ҡыҙҙар ижади эштәрен йомғаҡлағандан һуң тәмлекәстәр менән һыйланды.






