Башҡортостан «Иң яҡшы педагогик династия» конкурсын ҡабул итергә әҙерләнә

Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе 2012 йылдан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тәҡдиме менән ойошторола.

Педагогик династиялар конкурсы уҡыу йортоноң бер факультеты нигеҙендә генә башланғыс ала. Артабан ул тотош уҡыу йорто буйынса уҙғарыла башлай. Йылдар үткәс ярыш республика, төбәк-ара статусы ала. Абруйлы конкурсҡа быйыл Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 600-ҙән ашыу ғариза килгән.

«Иң яҡшы педагогик династия» конкурсы Өфөлә октябрҙең 8-нән 10-на тиклем уҙа. Ҡатнашыусыларҙың һөнәри кимәлен абруйлы жюри баһалай, уның составына республика, ил кимәлендә билдәле уҡытыусылар, ғалимдар инә. Былтыр Башҡортостан данын яҡлап, 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булған Лариса Шәйгәрева фекеренсә, ярышҡа әҙерлек мәлендә тотош династияның берләшеүе, иң уңышлы эш алымдарын күрһәтеүе шарт. Уға еңеү яуларға мәғариф системаһында оҙаҡ йылдар эшләгән атаһы һәм ҡайны- ҡәйнәһе ярҙам иткән.

Конкурсҡа әҙерлек мәлендә беҙҙең ғаилә педагогтар советын хәтерләтә ине. Әллә күпме тарихи ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙөк, фотоһүрәттәрҙе барланыҡ. Минең фекеремсә, был ярыш быуындар күсәгилешлеген дә һаҡлай. Сөнки династиялар конкурсында һөнәри оҫталыҡтан тыш, тылдың ныҡлы булыуы ла мотлаҡ.

Лариса Шәйгәрәева, «Иң яҡшы педагогик династия-2022» конкурсы еңеүсеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ