«Урындағы башланғыстарҙы хуплау « программаһы ярҙамында клубта ремонт эштәре атҡарыла. Тулыраҡ беҙҙең киләһе яҙмала.
Мәҙәниәт усағы ул халыҡты берләштереп торған урын.Уҙған йыл ,,Урындағы башланғыстарҙы хуплау,, программаһы ярҙамында ауыл клубын төҙөкләндереү ниәтен йыйылышта халыҡ бер тауыштан хуплап сыҡҡан. Проект тәртибе буйынса халыҡтан 192 мең аҡса йыйыла, ҡалған 2 миллион һумдан ашыу сумма дәүләт ҡаҙнаһынан бүленә.
Әле бинала түшәмде, иҙәнде яңыртыу,ишек- тәҙрәләрҙе замансаға алыштырыу , стеналарҙы тигеҙләү кеүек эштәр башҡарыла.,,Рәсүлев,, подрядсы ойошмаһы ремонтты ноябрь айына тамамларға иҫәп тота.Әйткәндәй, быға тиклем мәҙәниәт усағының ҡыйығы яңыртыла, зәңгәр яҡыулыҡҡа тоташтырыла.
Таулыҡай ауылында йыр-моңға әүәҫ кешеләр йәшәй. Клуб һәр саҡ гөрләп тора. Район, республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙан, смотрҙарҙа һәр саҡ ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар.,,Ынйылар,, вокаль ансамбле,,,Хазина,, фольклор , Күстәнәй ир-егеттәр ансамбле шулай уҡ ағинәйҙәр ҡоро бында бер бөтөн булып эшләп килә.Тиҙҙән улар йылы ,заманса йыһазландырылған клубта тағы ла дәртләнеп сығыштарға әҙерләнәсәк.



