Республикала контракт хеҙмәтенә йыйыу дауам итә

Ғариза менән Башҡортостан хәрби комиссариатының һәр бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Белгестәр билдәләүенсә, контракт хеҙмәте менән ҡыҙыҡһыныусылар байтаҡ. Күпселек үҙен һауа-десант ғәскәрҙәрендә һынап ҡарарға теләй. Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә тулы социаль пакет, ташламалар бирелә, ғаиләләренә ярҙам күрһәтелә, 200 мең һумдан ашыу хеҙмәт хаҡы түләнә.

Йыл башынан алып Башҡортостанда 5 меңдән ашыу кеше ирекле батальондар сафына баҫҡан. Контракт хеҙмәтенең минималь срогы 6 ай. Хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәр берҙәм 117 номеры буйынса шылтырата ала, шулай уҡ Башҡортостан хәрби комиссариатының һайлап алыу пунктына һәм батальондар формалаштырыу буйынса үҙәк штабҡа мөрәжәғәт итергә була.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ