Бөтә хужалыҡтар ҙа тиерлек иген культураларын йыйыу финишына яҡынлаша, ә техник культураларҙан көнбағышты урыуҙың ҡыҙған мәле. Көнбағыш төбәктең 37 районында үҫтерелә. БЮТ хәбәрсеһе Бүздәк районының «Вахитов» крәҫтиән-фермер хужалығында булды.
Караптай ҙур комбайн иртәнән төнгә тиклем көнбағыш баҫыуҙарын иңләй. Алтын көҙҙөң һәр минуты ҡәҙерле. Көнбағыштар һоро төҫкә ингән, тимәк, йыйып алыу өсөн ҡулай ваҡыт.
Хужалыҡ 2 мең гектар баҫыу эшкәртә, биштән бер өлөшөндә майлы культура сәселгән. Көнбағыш шишмә заводына тапшырыла. Район буйынса әле ҡарабойҙай уңышын йыйып алыу дауам итә.
Иген тулыһынса йыйып алынған, уның төп өлөшө сауҙаға сығарыла, бер өлөшө пайсыларға бүлеп бирелә. Былтыр хужалыҡта модернизация башланған. Республиканың ауыл хужалығы министрлығынан 21 миллион һумлыҡ грант бүленгән. Хужалыҡ киптереү ҡоролмаһы менән иген таҙартыу комплексы һатып алған.
Фермерҙар ужым сәсеүҙе тамамлаған, баҫыуҙарға ашлама индереү, туңға һөрөү кеүек эштәр атҡарыла.
Рәмилә Исмәғилева






