Өфөлә «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса быйыл 17 ихата төҙөкләндерелгән

Өфөлә «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса быйыл 17 ихата төҙөкләндерелгән, уның өсөһө Черниковка биҫтәһендә.

Ҡулса урамындағы ихаталарҙың береһе төҙөкләндерелгәндән һуң тантаналы рәүештә файҙаланыуға тапшырылды. Өс ай эсендә ул танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Асфальт түшәлгән, ике спорт майҙансығы төҙөлгән, уның береһе балаларға, икенсеһе универсаль.

Балаларға уйнау өсөн бөтә шарттар булдырылған. Таусыҡтар, физик күнекмәләр эшләргә ҡоролмалар ҡуйылған. Яҡтыртыу ҡоролмалары алыштырылған, видеокүҙәтеү ҡоролмалары урынлаштырылған. Проект буйынса бөтә эштәрҙе таҡарыуға 36 миллион һум аҡса бүленгән. Ихатаны асыу байрамына дүрт күп ҡатлы йортта йәшәүселәр йыйылды. Проектҡа инеү, ихатаны ремонтлау эшендә әүҙемлек күрһәткәндәргә район хакимиәте исеменән рәхмәт хаттары тапшырылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ