Башҡортостан хеҙмәт именлеген тәьмин итеү буйынса башҡарма власть органдары рейтингында беренсе урынға сыҡты. Был яңылыҡ менән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә бүлеште.
Республика башлығы билдәләүенсә, Башҡортостандың эш биреүселәр һәм хеҙмәткәрҙәрҙе хеҙмәт именлеге буйынса уҡытыуға Рәсәй хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында аккредитация үткән ойошмалар һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урын биләй. Республикала әле 125 ошондай ойошма эшләп килә. Уларҙа 234 мең кеше уҡып сыҡҡан.
Республикала эш урынында йәрәхәтләнеү һәм зарарлы эш шарттарына бәйле эш ваҡыты фонды юғалтыуҙары кәмей. Бынан тыш, Башҡортостан хеҙмәт именлеге өлкәһендә һөнәри хәүефте баһалау һәм идара итеүҙе камиллаштырыу буйынса Рәсәй хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының тәжрибә проектында ҡатнаша.



