Республикала тирә-яҡты йәшелләндереү буйынса саралар дауам итә

Баймаҡ районы халҡы ла « Урманды һаҡлайыҡ» , «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ихлас ҡушылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Урманды һаҡлайыҡ. Ошондай маҡсат менән Түбә ауылы ирекмәндәре- оло йәштәгеләр һәм ҡарттар йортонда тәрбиәләнеүселәр Ирәндек тауы итәгенә йыйылды. Виталий Табанаков та урманды тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индерҙе.

Урман элек-электән йәшәү сығанағы булып һанала. Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә, Түбә ауылы янында 2 гектар ярым майҙанда 10 меңдән ашыу ике йыллыҡ ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Улар райондың Беренсе Этҡол, Темәс питомниктарынан алынды.

Йәшел Башҡортостан республика акцияһы буйынса, Баймаҡ халҡы Көньяҡ биҫтәлә урынлашҡан Геройҙар аллеяһын тергеҙеп, 130 төп ҡарағай үҫентеләре ултыртты. Был баҡса бынан өс йыл элек булдырылғайны. Хеҙмәт ветераны Фәйзулла Сарин яңы ағастарҙы үҙенең яугир ата-бабалары на бағышланы.

Районда Экологик акциялар даими үтә һәм унда һәр кем күңел ҡушыуы буйынса ҡатнаша. Саф һауа сығанағы булған ағастар тирә-яҡҡа йәм өҫтәп ерегеп үҫеп китһендәр.

Раушания Рәхимова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ