Талбазы ауылында «Йөрәк маршруты - сәләмәтлек маршруты» тип исемләнгән профилактик акция уҙғарылды

Бөтә донъя йөрәк көнөндә Талбазы ауылында «Йөрәк маршруты - сәләмәтлек маршруты» тип исемләнгән профилактик акция уҙғарылды. Сарала ҡатнашыусылар табиптар менән бергә кардиокүнекмә - ун мең аҙым үтте. Маршрут буйынса туҡталыштарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү, дөрөҫ туҡланыу һәм физик әүҙемлек тураһында мәғлүмәт бирелде. Һәр кем аҡ халатлы белгестәргә мөрәжәғәт итеп, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.

Ауырғазы районында йәшәүселәр акцияны күтәреп алды, барыһына ла оҡшаны, хатта, таралышырға теләмәнеләр. Көн дә ун мең аҙым үтеү - сәләмәт тормош нигеҙе. Ошондай профилактик сараларҙы даими ойошторорға, халыҡты күпләп йәлеп итергә теләйбеҙ.

Азат Ҡотоев, Талбазы үҙәк район дауаханаһы баш табибы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ