Иглин ауылы мәҙәниәт йортонда Өлкән йәштәгеләр көнөнә арналған байрам сараһы үтте

Мәҙәни программаға ярашлы, фойела декоратив-ҡулланма сәнғәт өлгөләре күргәҙмәһе, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Һәр кем ҡурсаҡ, балсыҡ уйынсыҡтар яһауҙа ҡатнаша алды. Тарих һәм тыуған яҡты яҡты өйрәнеү музейы коллективы ойошторған интерактив зонанан да «көмөш» йәштәгеләр өҙөлмәне.

Байрам концертында үҙешмәкәр коллективтар, һәүәҫкәр артистар сығыш яһаны. Район хакимиәте етәкселеге өлкән йәштәгеләрҙе тәбрикләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Урындағы икмәк һәм кондидер цехы тарафынан өлкәндәргә тәмле күстәнәстәр ҙә әҙерләнгәйне. Шулай уҡ майҙансыҡта матбуғат баҫмаларына яҙылыу, күп функциялы үҙәк белгестәре ҡатнашлығында консультациялар уҙғарылды. Оло йәштәгеләргә бушлай бөҙрәхана, визаж, маникюр сервисы оҫталары хеҙмәте күрһәтелде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ